“Урал аръяғы тауышы” йыр-моң конкурсының еңеүселәре билдәләнде

“Урал аръяғы тауышы” йыр-моң конкурсының еңеүселәре билдәләнде

“Урал аръяғы тауышы” йыр-моң конкурсының еңеүсеһе-15 йәшлек Сибай ҡыҙы Елизавета Филиппова. Шоу-проекттың финал өлөшө Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында бик йәнле үтте.

Хәйбулла районының Бүребай ауылынан Нәйлә Ҡолбаева икенсе урынды яуланы. Финалға сыҡҡан Елизавета Овчинникова һәм Азамат Заманов икеһе лә – Баймаҡтан, улар Светлана Үтәева етәкселегендәге “Илһам” өлгөлө вокал студияһында шөғөлләнә.

Финалсы Вера Горшенина – иң тәжрибәле йырсыларҙың береһе. Уның күңел төпкөлөнән урғылған көслө, аһәңле моңо барыһын да хайран ҡалдырҙы. Людмила Зыкинаныҡына оҡшаған тауышын башҡа бер кемдеке менән дә бутау мөмкин түгел, тине уның хаҡында тамашасылар.
Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов “Урал аръяғы тауышы” конкурсының төп бүләген – 50 мең һумлыҡ сертификатты – еңеүсегә тапшырып: “Беҙ быны булдырҙыҡ! “Урал аръяғы тауышы” бар, буласаҡ!”- тине. Белеүебеҙсә, Сибайҙа башҡорт йырҙарын башҡарыусылар араһында “Ирәндек моңо” төбәк-ара йыр конкурсы үтә, ул күптән инде ҡаланың брендына әйләнгән. “Урал аръяғы тауышы”ның да Сибайҙың йөҙөн билдәләйәсәк йыр-моң фестиваленә әйләнәсәгенә ышаныс ҙур.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb