Баймаҡ районының йәштәр эштәре буйынса комитеты һәм Урал аръяғының Йәмәғәт башланғыстары союзы Урал аръяғы йәштәре араһында яңы күләмле конкурс ойоштора.
Конкурс ике этаптан тора: беренсе этап - 21 февралдән 25 мартҡа тиклем - ғаризалар ҡабул итеү; 2-се этап - апрель - конкурстың финалы.
Конкурс вокал, бейеү, үҙенсәлекле жанр һәм тасуири уҡыу йүнәлештәре буйынса үтәсәк. Конкурста республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарында (Сибай ҡалаһы, Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Учалы, Хәйбулла муниципаль райондары) йәшәгән һәм үҙешмәкәр сәнғәт менән шөғөлләнгән 14-35 йәшлек кешеләр ҡатнаша ала.
Конкурста ҡатнашыу өсөн ҡыҫҡаса анкета тултырырға һәм конкурс номеры менән видеоролик төшөрөргә кәрәк. Бәйгенең финалы Баймаҡта уҙасаҡ.
Конкурста еңеүсе 50 мең һум аҡса аласаҡ. Лауреаттар өсөн дә ҡиммәтле бүләктәр әҙерләнгән, тип белдерә ойоштороусылар.
Тулыраҡ мәғлүмәтте "Урал аръяғы таланттары конкурсының "Үҙеңде күрһәт" рәсми төркөмөндә табырға мөмкин.