27 мартта Өфөлә оркестрҙар һәм музыка ҡоралдары ансамблдәренең «Урал ауазы» III халыҡ-ара конкурс-фестивале асылды.
Был конкурс тап оркестрҙар һәм ансамблдәр өсөн ойошторолған. Сараның ойоштороусыһы һәм проект етәксеһе Рәмил Ғәйзуллин сараны юғары кимәлгә күтәргән — бында төрлө төбәктәрҙең халыҡ-ара кимәлдәге оркестрҙары ла, студенттарҙыҡы ла ҡатнаша.
Конкурс-фестивалдә профессиональ һәм студент ансамблдәре һәм оркестрҙары, шулай уҡ Башҡортостан, Татарстан, Тыва, Хакасия, Саха (Яҡут) республикаларынан, Силәбе, Свердловск, Һамар, Ырымбур, Ҡурған өлкәләренән, Пермь крайынан, Санкт-Петербургтан, донъяның төрлө илдәренән — Белоруссия, Әзербайжан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Ҡаҙағстандан солистар ҡатнаша.
Фестиваль сиктәрендә республиканың Милли халыҡ музыка ҡоралдары оркестрының 15 йыллығы ла билдәләнә.