Кисә “Башҡортостан” ДТРК – һының Рәсәй медиа үҙәгендә ”Халҡыбыҙ мираҫын мәңгеләштереү” исеме аҫтында матбуғат конференцияһы уҙҙы.
Конференцияла Бөтә донъя Башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты тарафынан ойошторолған махсус төркөм һәм фән эшмәкәрҙәре, скульпторҙар ҡатнашты. Фекер алышыуҙа Учалы ҡалаһынан Урал батыр һынын мәңгеләштерергә теләүсе проект авторҙары, скульпторҙар саҡырылғайны.
“Урал батыр” эпосын һынландырған һәйкәл республика өсөн кәрәклеге, ғорур композицияның концепцияһы нисек күҙаллана, скульптураның урынлашыу урыны кеүек һорауҙарға билдәле тарихсылар, фольклорсылар, сәнғәт әһелдәре яуап эҙләне.
“Урал батыр” эпосы- иң боронғо эпик әҫәр, донъяла уға ҡыҙыҡһыныу артҡандан-арта бара. Конференцияла баш ҡала халҡының Урал батырҙы һәйкәл булараҡ ҡына түгел, ә эпосты тулыһынса аса алған скультура ансамбле булараҡ күреү теләктәре яңғыраны.
Гүзәл Багаева