Бөгөн, 8 июндә, Башҡортостан тарихында тәүге тапҡыр «Урал батыр» эпосы көнө билдәләнә. Был иҫтәлекле көн республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән булдырылды. «Урал батыр» эпосының машинкала баҫылған нөхсәһенең факсимиль күсермәһен Евразия күсмә цивилизациялар музейына тапшырыу тантанаһы мөһим датаға арналған төп ваҡиғаларҙың береһенә әүерелде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йылдың 30 майында «Китап байрамы» III халыҡ-ара китап йәрминкәһен асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров «Урал батыр» эпосының факсимиль күсермәһен Башҡортостан милли музейына ваҡытлыса һаҡлауға тапшырҙы.
Тантаналы сарала Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов ҡатнашты.
«Радий Фәрит улы Хәбировтың башланғысы менән республика халыҡтарының рухи мираҫын һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән мөһим даталар булдырылды: Башҡорт теле көнө, Башҡортостан халыҡтарының милли кейеме көнө, Ҡурай көнө, Милли бейеү көнө. Бөгөн беҙ тәүге тапҡыр «Урал батыр» эпосы көнөн билдәләйбеҙ. Башҡорт халҡының был эпик әҫәре хәҙерге мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре өсөн илһам сығанағы, үҫеп килгән быуын өсөн әхлаҡ һәм илһөйәрлек өлгөһө булып тора», – тине Илнур Илдар улы.
Журналистар менән аралашыу барышында Евразия күсмә цивилизациялар музейы директоры Николай Григорьев, «Урал батыр» эпосының факсимиль күсермәһе күргәҙмә залының үҙәк өлөшөндә лайыҡлы урын аласаҡ, тип билдәләне.