“Урал батыр” менән “Манас” осрашҡанда

“Урал батыр” менән “Манас” осрашҡанда

Өфөлә V Рәсәй-ҡырғыҙ төбәк-ара конференцияһы бара. Кисә “Евразияның интеграция процесы юҫығында төбәк-ара бәйләнештәрҙең үҫеше” тип аталған сараның пленар ултырышы үтте. Уның эшендә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.
Рәсәй-ҡырғыҙ төбәк-ара конференцияһы сиктәрендә бик күп эшлекле осрашыуҙар, төрлө темаларға арнал­ған “түңәрәк өҫтәл”дәр ҡаралған. Ҡунаҡтарҙы беҙҙә иҡтисади үҫеш мөмкинлектәре, айырыуса ауыл хужа­лығы тармағы ҡыҙыҡһындыра. Осрашыуҙа импортты алмаштырыуға ҡағылышлы ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр яңғыраны. Ҡырғыҙстан Республикаһынан килгән делегация ағзалары шулай уҡ Археология һәм этнография музейында булды, “Алексеевка” совхозының эшмәкәр­леге менән яҡындан танышты.
Конференция сиктәрендә туризм темаһы ла өҫтөнлөк итте. Ҡырғыҙстан Республикаһының мәҙәниәт, мәғлүмәт һәм туризм министры урынбаҫары Азамат Жаманкулов­тың фекеренсә, Рәсәйҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда был йәһәттән хеҙмәттәшлек итеүгә мөмкинлек бар. Киләсәктә туризм тармағы буйынса ике яҡлы киле­шеүҙәр төҙөлөр тип күҙаллана.

Сығанаҡ

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb