Урал батыр тураһында башҡортса йәнһүрәттең исем туйы булды

Урал батыр тураһында башҡортса йәнһүрәттең исем  туйы булды

2018 йылда “Аҡбуҙат” журналы Башҡортостан Башлығының Республикала дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлау буйынса башҡорт телендә комикстар һәм йәнһүрәт эшләү  өсөн грант алғайны. Бер нисә йыл һуҙымында баҫмала комикстар баҫылып килде. Ә быйыл августа йәнһүрәт төшөрөлөп бөттө, тап бөгөн Республика көнөн һәм төбәктә уҙғарылған Башҡорт теле йылына бағышлап, Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында анимация фильмының исем туйы үтте.

Сарала уҡыу йортоноң башланғыс класс уҡыусылары ҡатнашты. Уларҙың шатлығын уртаҡлашырға Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, республиканың Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Илгиз Солтанморатов, ҡасандыр ошо мәктәпте тамамлаған танылған режиссер Булат Йосопов, “Тамыр” каналының директоры Гөлназ Ҡолһарина, Республика нәшриәт йорто директоры Айнур Дәүләтбәков ҡатнашты.

Сара башында “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина баҫмала ойошторолған конкурстар, саралар тураһында һөйләп китте. Арҙаҡлы башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыу уңынан журнал ойошторған конкурста ҡатнашыусылар араһында был белем усағының уҡыусылары ла бар. Улар сәхнәгә сығып, һабаҡташтары араһында тағы ла бер тапҡыр шағирҙың шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.

Артабан инде викторина ойошторолдо. Унда ла балалар әүҙем ҡатнашты.

Йәнһүрәтте балалар бер тынала иҫтәре китеп ҡараны.

Рәссам Дамир Мөхәмәтйәров етәкләгән ижадсылар төркөмөн сәхнәнән ебәререргә теләмәне балалар. Был үҙе үк беренсе башҡортса йәнһүрәттең уңышлы килеп сығыуына  дәлил! Уҡыусылар уның дауамын түҙемһеҙләнеп көтөүен дә әйтте.

Йәнһүрәт тиҙҙән телевидение каналдары аша ла күрһәтеләсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb