«Күңел сағылышы» экспозицияһында рәссам Надежда Бикбулатованың һынлы сәнғәт эштәре тәҡдим ителгән.
Күргәҙмәлә бөтәһе 25 эш бар. Унда төрлө жанрҙарҙы осратырға мөмкин: натюрморт, пейзаждар, портреттар, сюжет композициялары һәм образдар аллегорияһы менән бик ҡыҙыҡлы фантазия эштәре - мәғәнәле, тура һәм күсермәле эштәр, тамашасыға ниндәйҙер үҙенсәлекле мөрәжәғәтте, фекерҙе еткерәләр... Ҡулланылған материалдар - май һәм акварель.
Надежда Бикбулатова ижад менән әүҙем шөғөлләнә, республика һәм ҡала конкурстарында ҡатнашып, призлы урындар яулаған.
Күргәҙмәне 2024 йылдың 21 февраленә тиклем эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем ҡарарға мөмкин.