«Урал» халыҡ сәнғәте галереяһында Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған, Республика балалар һәм үҫмерҙәр конкурсы һүрәттәре йомғаҡтары буйынса күргәҙмә асылды.
Сараны Башҡортостан Республикаһы халыҡтар дуҫлығы йорто ойоштора.
Конкурсҡа республикабыҙҙың төрлө райондарынан һәм ҡалаларынан 250-нән ашыу эш ебәрелгән. Шулай уҡ, программа сиктәрендә еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы ҡаралған. «Урал» халыҡ сәнғәте галереяһының адресы: Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 56