"Урал" галереяһында "Раштыуала тройка елә" тигән күргәҙмә асылды

"Урал" галереяһында "Раштыуала тройка елә" тигән күргәҙмә асылды

Күптән түгел "Урал" галереяһында Обуховтар ғаиләһенең "Раштыуала тройка елә" тигән күргәҙмәһе асылды.  Биҙәү-ҡулланма сәнғәт оҫталары һаламдан төрлө әйберҙәр эшләй. Ғаиләлә дүрт оҫта: Сергей, Елена, Марина һәм Роза. Улар, халыҡ-ара, бөтә Рәсәй, төбәк, республика күргәҙмәләрендә әүҙем ҡатнашып, байтаҡ дипломдар, наградалар яулаған, бер-береһенә оҡшамаған 10 шәхси күргәҙмә әҙерләгән.

"Раштыуала тройка елә" күргәҙмәһе иһә һаламдан үрелгән эштәре, художестволы панно техникаһында башҡарылған икона окладтары менән үҙенсәлекле.  Әйткәндәй, Обуховтарҙың һаламдан яһалған ижади эштәре ҡорамдарҙа, музейҙарҙа, шәхси коллекцияларҙа һаҡлана.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb