«Урал» галереяһында Рәмил Килмәмәмтовтың фотокүргәҙмәһе асыласаҡ

«Урал» галереяһында Рәмил Килмәмәмтовтың фотокүргәҙмәһе асыласаҡ

14 августа «Урал» галереяһында БР халыҡ рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, РФ һәм БР атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Рәмил Килмәмәтовтың “Башҡортостан тураһында һөйөү менән” исемле фотокүргәҙмәһе асыласаҡ. Тантана 16 сәғәттә башлана. Күргәҙмәне ойоштороусылар -  БР мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, “Ағиҙел” республика фотоклубы, “Урал” халыҡ сәнғәте галереяһы.

Рәмил Исмәғил улы Килмәмәтов – Башҡортостандың сағыу фоторәссамдарының береһе. Уның ижады башҡорт фотосәнғәтендә тотош бер быуынды алып тора. Заман фотосәнғәтендә “башҡорт мәктәбе” төшөнсәһе уның исеме һәм ижады менән бәйле. Ул СССР, һуңынан Рәсәй фоторәссамдары союзын ойоштороусыларҙың береһе була, Башҡортостанда төбәк фоторәссамдар союзын ойоштора. “Ағиҙел” республика кинофотоклубының ойоштороусыһы һәм алыштырғыһыҙ етәксеһе була (1976-2019).

Уның ижади үрҙәре һәм Башҡортостан, Рәсәй фотосәнғәте үҫешенә индергән тос өлөшө күп һанлы наградалар менән билдәләнә. Уны\ шәхси фотокүргәҙмәләре республикала, Рәсәйҙә, сит илдәрҙә оло уңыш менән үтә.

Рәмил Килмәмәтовтың күп эштәре РФ мәҙәниәт министрылығы, Рәсәй фоторәссамдар союзында, Рәсәй дәүләт халыҡ ижады үҙәгендә, Париж ҡалаһында заман сәнғәт музейында, Лондон, Барселона ҡалаларында, ЮНЕСКО галереяһында, сит ил коллекцияларында һаҡлана.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb