"Урал моңо” төрки йәштәренең конкурс-фестивале быйыл ун һигеҙенсе тапҡыр уҙғарыла. Был осорҙа ул әллә күпме ижадсыға ныҡлы ҡанат ҡуйҙы. Ике йылға бер үткәрелгән күркәм сараны республикабыҙ халҡы көтөп ала. Ни тиһәң дә, фестиваль төрлө халыҡ вәкилдәренең ҡабатланмаҫ сығышы менән күптәрҙең күңелен әллә ҡасан уҡ арбап өлгөргән. Быйылғы конкурс "Евразия йөрәге" фестивале сиктәрендә уҙғарылды. Еңеүселәрҙе тәбрикләү иртәгә уҙасаҡ. "Урал моңо" еңеүсеһе 200 мең һумлыҡ бүләк аласаҡ, шулай уҡ сарала ҡаҙаҡ призын да яуларға мөмкин. Ҡаҙағстандан килгән ҡатнашыусылар махсус приз - думбыра алып килгән. Махсус приз Кустанай дәүләт университетында халыҡ уйын ҡоралдары кафедраһында оҙаҡ йылдар эшләгән Абай Әмирханов исемен йөрөтә. Бүләктең хаҡы 8 мең һум самаһы. “Урал моңо” фестивалендә 70-ләп башҡарыусы ҡатнаша.