Төрки йәштәрҙең халыҡ-ара конкурсы финалында Башҡортостандан 10 сығыш буласаҡ. Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфөнән “Йатаған”, “Саптар”, Сибайҙан “Тархан” һәм Күгәрсен районынан “Бәйембәт” этно төркөмдәре сығыш яһаясаҡ. Яңғыҙ башҡарыусыларға килгәндә, Республика намыҫын яҡлау Заһир Зәйнетдинов, Марат Әхмәҙиев, Илдар Ямалов, Илнур Хәйруллин, Олеся Лукина, Фәһим Тоҡомбәтовтарға йөкмәтелә.Төрки телле йәштәрҙең халыҡ-ара бәйгеһе финалында ҡатнашасаҡ Башҡортостан вәкилдәрен махсус комиссия һайлап алды. Финал “Евразия үҙәге” Халыҡ-ара сәнғәт фестивале барышында, 28 майҙа Өфөлә үтәсәк.