Өфөлә «Урал моңо» халыҡ-ара фестивалендә республика исеменән сығыш яһаясаҡ йырсыларҙың исемдәре билдәле булды.
Конкурс тыңлауҙары буйынса 13 ҡатнашыусы һайлап алынды. Улар — Өфөнән Заһир Зәйнетдинов, Рүзилә Йәмилева, Илдар Хәйруллин, Рәфис Сирусин, Радмир Хәсәнов, «Саптар» (етәксеһе Гүзәл Үмәрғәлина) һәм «Ятаған» (етәксеһе Илдар Шакиров) этно-төркөмдәре, шулай уҡ республикабыҙҙың төрлө райондары вәкилдәре: Марат Әхмәҙиев (Октябрьский), Илдар Ямалов (Учалы), Олеся Лукина (Стәрлетамаҡ), Илмир Ҡоҙабаев (Благовар районы), «Тархан» (Сибай) һәм «Байымбәт» (Күгәрсен районы) этно-төркөмдәре.
Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, апрелдә үтәсәк репетиция хәл иткес этап буласаҡ. Тап унда халыҡ-ара фестивалдә республика исеменән сығыш яһаусы йырсыларҙың исемдәре аталасаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 26-28 майҙа Өфөлә «Урал моңо-2016» төрки йәштәрҙең халыҡ-ара конкурс-фестивале уҙа. Конкурсҡа Азербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Алтай Республикаһы, Молдова, Дағстан, Татарстан, Хакасия, Ҡабарҙа-Балҡар, Ҡырым Республикаһы, Алтай крайынан ҡатнашыусыларҙың килеүе көтөлә.