12 мартта Өфөлә «Урал моңо» төрки йәштәренең халыҡ-ара конкурс-фестиваленә һайлап алыу туры уҙасаҡ. Унда Башҡортостан башҡарыусылары ғына ҡатнаша. Финал «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале сиктәрендә 26-28 майға билдәләнгән.
Конкурста ҡатнашырға теләүселәр 11 мартҡа тиклем ойоштороу комитетына ғариза бирергә, шулай уҡ видеоклип, туған телдәге ике әҫәрҙең фонограммаһын һәм алдан һайлап алыу өсөн башҡарасаҡ телдә йырҙар текстын тапшырырға тейеш. Милли кейемдең булыуы мотлаҡ. Ғаризалар Өфө ҡалаһы, З.Биишева урамы, 17/2 адресы буйынса ҡабул ителә. Телефон/факс: (347) 289-62-00. Электрон почта: Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра.. Положениены һәм ҡатнашыу өсөн ғаризаны бында күсереп алырға мөмкин.
Төрки телле йәштәре араһында заман милли музыка ижадын пропагандалау, төрки телле халыҡтарының милли ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу, йәш башҡарыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү — конкурс-фестивалдең төп маҡсаты булып тора.
Гран-приға төрлө йылдарҙа төрлө республикаларҙан төркөмдәр лайыҡ булдылар: Башҡортостандан «Дәрүиш», «Диуана», «Аҡйондоҙ», «Рух», Ҡабарҙы-Балҡар республикаһынан «Алмасты», «Иман», Татарстандан «Ҡазан егеттәре», Тыва республикаһынан Аяс-оол Данзырин һәм Юлиана Ондар, Ҡаҙаҡстандан Нурғәли Турлыбәков, Башҡортостандан Венера Рәхмәтуллина, Монголиянан Алтын сәсәк Жарантай һәм башҡалар.