Ураҙа байрамына ҙур бүләк!

Ураҙа байрамына ҙур бүләк!

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә 2017 йылға мосолман календары баҫылып сыҡты.
Яңы календарь дин мәсьәләре менән ҡыҙыҡһынған барлыҡ кешеләр өсөн тәғәйенләнгән. Уның төҙөүсе-авторҙары — Сәләхетдин Суҡбаев, Ғәлиә Ғәлимова, Фирҙәүсә Бикташева, Әлфиә Илекәева.
Календарҙа аят һәм сүрәләрҙең ғәрәпсә яҙылышы, транскрипцияһы, мосолман даталары күрһәтелгән. Баҫма өсөн материалды мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин әҙерләгән. Календарҙа мосолман байрамдары, Ай менән Ҡояшҡа бәйле астрономик мәғлүмәттәр, намаҙ уҡыу ваҡыты хаҡында яҙмалар урын алған. Йыйынтыҡ исламдың әхлаҡи ҡиммәттәрен, дини йолаларҙы пропагандалай.
Яңы баҫманы “Китап” нәшриәтенең фирма магазинында һатып алырға мөмкин.

Сығанаҡ

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb