Киләһе 2024 йылда Баймаҡ районында ойошторолған «Урман һабантуйы» республика фестивале Башҡортостан Башлығы гранты булышлығында уҙасаҡ.
Башҡа яҡтарҙан килгәндәрҙең башҡорт мәҙәниәтенә, халыҡтың асылына төшөнөү мөмкинлеге буласаҡ: тирмәләр ҡуйып, йәйләү мөхите тыуҙырыласаҡ.
Фестивалдең төп маҡсаттарының береһе — башҡорт телен ҡулланыу даирәһен киңәйтеү. Байрамға килгәндәр төрлө кәрәк-яраҡтың башҡортса атамаһын өйрәнә аласаҡ.
Бында шулай уҡ башҡорт һабантуйында булған барлыҡ уйындарҙы, ярыштарҙы, йолаларҙы уҙғарыу ҡаралған.