Уятырға ашыҡтым ҡояшты

Уятырға ашыҡтым ҡояшты
Бөгөн, 7 ноябрь көнө, М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында шағир, прозаик, публицист Риф Ғәлим улы Тойғоновтың “Уятырға ашыҡтым ҡояшты” исеме аҫтында хәтер кисәһе үтте.

Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сергей Чекмарёв һәм Фәтих Кәрим исемендәге премиялары лауреаты, шағир, прозаик, публицитуст Риф Ғәлим улы Тойғоновтың вафатына ике йыл уҙып та киткән.
Хәтер кисәһендә яҙыусының ижадташ дуҫтары, хеҙмәттәштәре ҡатнашты, яҡты хәтирәләр йомғағын һүтте.
  
Яңы ғына донъя күргән Риф Тойғондоң «Һағыныр кешеләрем» китабы презентацияланды. “Китап” нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан был китапҡа кеше язмышы, илебеҙ, халҡыбыҙ, заманыбыҙ хаҡында йөрәктән сыҡҡан оло һүҙ әйтерҙәй үҙенсәлекле шағир, прозаик, драматург Риф Тойғондоң "Актриса” исемле повесы, “Төнгө поезд” трагикомедияһы һәм шиғырҙары ингән.

Хәтер кисәһендә М.Ғафури исемендәге БДАДТ-ның актерҙары Риф Тойғондоң шиғырҙарын һөйләп ишеттерҙе. Театрыбыҙҙың йондоҙҙары Фидан Ғафаровҡа "Йүнле эшкә күсмә", Илсөйәр Ғәзетдиноваға "Сәхнә йондоҙо", Рәмзиә Хисамоваға "Йөрәгендә халҡы булғандың", Нурия Ирсаеваға "Нурияның нурлы таңдары" арнап яҙылған шиғырҙарын театрҙың йәш актерҙары бик тә ихлас башҡарҙы. Шулай уҡ кисәлә шағирҙың шиғырҙарына ижад ителгән бик күп йырҙар яңғыраны.

Шағирҙың яҡташтары, Ырымбур егеттәре Артур Туҡтағолов, Әмир Тойғонов Риф Тойғондоң шиғырҙарына байтаҡ ҡына көйҙәр һалған. Билдәле йырсыбыҙ, моңло һандуғасыбыҙ Миңзифа Исҡужина "Һуңлауҙар юҡ ысын һөйөүгә" (Р. Тойғон һүҙҙәре, А. Туҡтағолов музыкаһы), Рәүис Заһитов "Саҡ-саҡ ҡына" (Р.Тойғон һүҙҙәре, З. Мамалимов музыкаһы), Артур Туҡтағолов "Аһ, Ырымбур..." (Р. Тойғон һүҙҙәре, А. Туҡтағолов музыкаһы) башҡарыуындағы йырҙар тамашасы күңеленә бик хуш килде.
   
Риф Ғәлим улы Тойғонов (әҙәби псевдонимы Тойғон) 1946 йылдың 24 октябрендә Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы Аҡсура ауылында тыуған. Уның шиғриәткә һөйөүе һәм әҙәби ижадҡа ынтылышы мәктәптә уҡыған йылдарында уҡ асыҡ төҫ ала, шуға ла ул, 1963 йылда урта мәктәпте тамамлағас,Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Студент йылдарында йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, «Шоңҡар» әҙәби-ижад түңәрәгендә бик теләп шөғөлләнеп, шиғри оҫталығын артабан камилләштерә. Уҡыуын бөтөргәс, Совет Армияһына хәрби хеҙмәткә алына. Запасҡа ҡайтарылғандан һуң, хеҙмәт эшмәкәрлеген «Совет Башҡортостаны»гәзитендә хәбәрсе булып башлай. Уҙған ХХ быуаттың етмешенсе йылдарында Нуриман һәм Иглиндә район гәзиттәрендә әҙәби хеҙмәткәр һәм тәржемәсе булып эшләй.

1987—1989 йылдарҙа Мәскәүҙә СССР Яҙыусылар союзының М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты ҡарамағындағы Юғары әҙәбиәт курстарында уҡый. Был Риф Тойғондоң шағир һәм яҙыусы булып өлгөрөп етеүенә ныҡлы ыңғай йоғонто яһай, ул ижади үҫеш юлында бер нисә баҫҡысҡа өҫкә күтәрелә. Артабан тағы ла «Совет Башҡортостаны» гәзитендә, «Ағиҙел» журналында һәм Башҡортостан телевидение һәм радио комитетының әҙәби редакцияларында эшләү уға бай тормош тәжрибәһе бирә. «Нур» Өфө дәүләт татар театрында һәм М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында әҙәби бүлек мөдире, репертуарҙар йүнәлешендә директор урынбаҫары вазифаларын башҡарыу әҙипкә киләсәк әҫәрҙәре өсөн кәрәкле материал тупларға ярҙам итә. Үҙ яғынан әҙәбиәт донъяһының уртаһында ҡайнап йәшәүсе булараҡ, ул театрҙар репертуарын байытыуға ҙур өлөш индерә.

Риф Ғәлим улының тормошонда һәм, әлбиттә, ижад биографияһында республиканың Яҙыусылар союзы айырым урын алып тора. Әүҙем йәмәғәт эшмәкәре 13 йыл дауамында (1996—2009) Союз идараһы рәйесе урынбаҫары вазифаһын намыҫлы башҡарҙы. Ул төрлө быуын һәм төрлө милләт әҙиптәрҙе бергә туплауға, беҙҙең аранан киткән яҙыусы һәм шағирҙәрҙең әҙәби мираҫын йыйыуға һәм һаҡлауға күп көс һалды. Йөкмәтелгәнде үтәүгә яуаплылыҡ менән ҡарауы, намыҫлы һәм әҙәпле булыуы, башҡаларға хәстәрлекле һәм илтифатлы мөнәсәбәт күрһәтеүе нигеҙендә Риф Тойғон 2012 йылдың мартында республика әҙәбиәтселәре тарафынан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзының идара рәйесе итеп һайланды. Бай тәжрибә туплаған етәксе булараҡ, ул был вазифаны башҡарыуға дәртләнеп тотондо һәм сағыштырмаса ҡыҫҡа ғына ваҡытта ижади берекмә эшмәкәрлеген яңы кимәлгә күтәрергә, заман талаптарына тулыһынса яраҡлаштырырға ҙур өлөш индерҙе. Нәтижәлә яңы рәйес ойошторған һәм үткәргән саралар башҡорт әҙәбиәтенең артабанғы үҫешенә, йәмғиәттә яҙыусылар абруйын күтәреүгә булышлыҡ итте.

Талантлы һәм илһөйәр шағир, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы Риф Тойғоновтың күп йыллыҡ хеҙмәт һәм ижади эшмәкәрлеге «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» һәм «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемдәр, Сергей Чекмарёв һәм Фәтих Кәрим исемендәге әҙәби премиялар менән лайыҡлы баһаланған.

...Донъя ҡото –
Толпар тотоп менер ирҙәрҙә.
Донъя йәме –
Шишмә һыуы аҡҡан ерҙәрҙә,
–тип яҙғайны Риф үҙенең бер шиғырында. Ысынлап та, ул үҙе лә толпар тотоп менер ирҙәрҙең береһе булды”.( Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина. “Хаҡ шағиры булды халҡының”)


Иҫ киткес кеше, күренекле әҙәбиәтсе һәм йәмәғәт эшмәкәре – Риф Ғәлим улы Тойғонов тураһындағы яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.

Гүзәл Багаева

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb