Өфөлә "Башҡортостан! Яҙмышымда яҡтылыҡ" инклюзив конкурсының еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтәсәк

14 ноябрь һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында инвалид балалар араһында үткән Республика ижади конкурсының еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтәсәк.

Конкурстың төп маҡсаты - мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙа китап уҡыуға мохтажлыҡ формалаштырыу.

Конкурс өс номинацияла уҙғарылды:

  • "Минең Мостай Кәрим" номинацияһында яҙыусының әҫәрҙәре тураһында инша, эссе, хикәйә (шиғырҙа һәм прозала) яҙыу;
  • "Мостайҙың тере һүҙе" номинацияһында мультимедиялы продукт: буктрейлерҙар, конкурс темаһы буйынса төрлө форматтарҙағы презентациялар яһау;
  • "Мостайға тылсымлы юл" номинацияһында яҙыусының әҫәрҙәрен ҡулланып, тактиль китаптар эшләү.

Конкурста республикабыҙҙың 40-тан ашыу ҡала һәм райондарынан 7 йәштән алып 18 йәшкә тиклем 150-нән ашыу бала ҡатнашты. Конкурсҡа видео һәм презентация форматында 70 эш, 50 инша, эссе, шиғырҙар, 20 тактиль китаптар тәҡдим ителде.

Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһында республиканың мәҙәниәт министрлығы, министерстволар һәм идаралыҡтар вәкилдәре, йәмғиәт ойошмалары вәкилдәре, билдәле педагогика һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре ҡатнашасаҡ.

Сара 12:00 сәғәттә үтә.

Адрес: Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 47.

Өфөлә "Башҡортостан! Яҙмышымда яҡтылыҡ" инклюзив конкурсының еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтәсәк
Өфөлә "Башҡортостан! Яҙмышымда яҡтылыҡ" инклюзив конкурсының еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтәсәк
Өфөлә "Башҡортостан! Яҙмышымда яҡтылыҡ" инклюзив конкурсының еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтәсәк
Өфөлә "Башҡортостан! Яҙмышымда яҡтылыҡ" инклюзив конкурсының еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтәсәк
Өфөлә "Башҡортостан! Яҙмышымда яҡтылыҡ" инклюзив конкурсының еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтәсәк
Өфөлә "Башҡортостан! Яҙмышымда яҡтылыҡ" инклюзив конкурсының еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтәсәк
Өфөлә "Башҡортостан! Яҙмышымда яҡтылыҡ" инклюзив конкурсының еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтәсәк

logoyaz

Акция «Мой язык – язык дружбы. Минең телем – дуҫлыҡ теле»

Приглашаем к участию в акции «Мой язык – язык дружбы. Минең телем – дуҫлыҡ теле».

Желающим принять участие в акции необходимо разместить заявку в группу «Вконтакте».

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru