10 декабрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Башҡортостан Башлығы стипендияһын алыусыларға дипломдар тапшырылды.
2019-2020 уҡыу йылында Башҡортостан Башлығы стипендияһын алыу өсөн республикабыҙҙың Балалар сәнғәт мәктәптәренән 48 кандидат комиссияға документ тапшырған. Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы ҡуйған талаптарға ярашлы, шуның 20-һе һайлап алынды. Ә студенттарға килгәндә, мәҙәниәт һәм сәнғәт йүнәлешендәге юғары уҡыу йорттарында белем эстәүсе 125 ҡыҙ һәм егеттең 8-енә стипендия бирелде.
1999 йылдан алып Башҡортостан Башлығының стипендияһы бер меңдән ашыу ҡыҙ һәм малайға тапшырылған, шул иҫәптән, мәҙәниәт тармағына ҡараған 500 уҡыусы шундай мәртәбәле бүләкте алған.
Тулы мәғлүмәт бында: https://kulturarb.ru/ru/news/v-ufe-yunym-talantam-bashkortostana-vruchili-stipendii-glavy-rb
Динара Йөҙлөкбаева фотолары.