Бөгөн һәм иртәгә, йәғни 22-23 февраль көндәре Ватанды Һаҡлаусылар көнөнә арнап Мостай Кәрим исемендәге Милли Йәштәр театры «Заһир, Гөлшат һәм Берлиндан асҡыстар» спектаклен тәҡдим итә.
Спектакль-лирик комедия жанрында, һуғыш яланында ла мөхәббәт йәшәүен иҫбатлаған әҫәр тамашасылар күңеленә хуш килер.
Бер башҡорт ауылында барған йәштәр туйы һуғыш башланыу хәбәрен ишетеү менән өҙөлөп ҡала...Әммә бер ниҙә, бер нимә лә йәштәр бәхетенә кәртә була алмай. Хыянат һәм үлем аша үтеп мәңгелек мөхәббәт хистәрен һаҡлап ҡала улар.
Режиссер Мөсәлим Күлбаев Мостай Кәримдең төрлө йылдарҙа яҙған әҫәрҙәренән торған проза, публицистика һәм хәтирәләр нигеҙендә сәхнәләштерелгән ҡуйылыш бөгөн көндөҙгө сәғәт 3-тә башлана, ә 23 февраль көнө 19.00 сәғәттә.