Ватанды Һаҡлаусылар көнөнә арнап Милли Йәштәр театры «Заһир, Гөлшат һәм Берлиндан асҡыстар» спектаклен тәҡдим итә

Ватанды Һаҡлаусылар көнөнә арнап  Милли Йәштәр театры «Заһир, Гөлшат һәм Берлиндан асҡыстар» спектаклен тәҡдим итә

Бөгөн һәм иртәгә, йәғни  22-23 февраль көндәре Ватанды Һаҡлаусылар көнөнә арнап Мостай Кәрим исемендәге Милли Йәштәр театры «Заһир, Гөлшат һәм Берлиндан асҡыстар» спектаклен тәҡдим итә.

 Спектакль-лирик комедия жанрында, һуғыш яланында ла мөхәббәт йәшәүен иҫбатлаған әҫәр тамашасылар күңеленә хуш килер.

Бер башҡорт ауылында барған йәштәр туйы һуғыш башланыу хәбәрен ишетеү менән өҙөлөп ҡала...Әммә бер ниҙә, бер нимә лә йәштәр бәхетенә кәртә була алмай. Хыянат һәм үлем аша үтеп мәңгелек мөхәббәт хистәрен һаҡлап ҡала улар.

 Режиссер Мөсәлим Күлбаев  Мостай Кәримдең төрлө йылдарҙа яҙған әҫәрҙәренән торған проза, публицистика һәм  хәтирәләр нигеҙендә сәхнәләштерелгән ҡуйылыш бөгөн көндөҙгө сәғәт 3-тә башлана, ә 23 февраль көнө 19.00 сәғәттә.



 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb