Башҡорт дәүләт филармонияһы йырсыһы, республика, халыҡ-ара конкурстар лауреаты, "Урал моңо-2004" халыҡ-ара төрки йәштәренең музыка фестивале еңеүсеһе Венера Биктимероваға (Рәхмәтуллина) бөгөн "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисткаһы" исеме бирелде. Награданы БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова тапшырҙы.
Венера Тимерғәле ҡыҙын лайыҡлы исем менән ҡотлайбыҙ һәм ижади уңыштар теләйбеҙ!
.