Тематик конвертта халыҡ-ара фестиваль эмблемаһы төшөрөлгән һәм «Башҡортостан Республикаһы. VI Бөтә донъя Фольклориадаһы, Өфө, 3-10 июль 2021 йыл» тигән яҙма урынлаштырылған. Конверт Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Почтаһы башланғысы менән 500 мең данала етештерелде. Рәсәй буйынса таратыу тарифына ярашлы стандартлы почта маркаһы төшөрөлгән. Продукция почта бүлексәләренә таратылған да инде. Шулай уҡ VI Бөтә донъя Фольклориадаһының эмблемаһы менән махсус почта штемпеле сығарылған. Яңа штемпель 2021 йылының 3 июлендә Өфө-Арена боҙ һарайында үтәсәк халыҡ-ара фестивален асыу тантаныһы алдынан рәсми ҡулланылышҡа инәсәк. Штемпель оттискыһын ҡуйыу 450000 почта бүлесәһендә эш сәғәттәре ваҡытында мөмкин буласаҡ.