21 апрель көнө, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияның Ҙур залында -яратҡан музыкантыбыҙ, талантлы башҡарыусы, виртуоз-баянсы Башҡортостандың халыҡ артисы Хәлит Фәтихов юбилей концерты үтәсәк.
Үҙенең йылмайыуы, иплелеге, баянында өҙҙөрөп уйнауы менән Хәлит Фәтихов күптән инде тамашасы күңелен яуланы. Музыканттың ижади һәләттәре һәм эшмәкәрлеге юғары профессионаллек, сағыу импровизация, виртуоз техника, ансамблде нескә тоя белеүе менән айырыла. Ул — бик күп башҡорт һәм татар халыҡ көйҙәренең баян өсөн эшкәртмәләре авторы ла.
21 апрелдә виртуоз-баянсыны ғүмер байрамы менән ижадташ дуҫтары Фәдис Ғәнинев һәм Лилиә Биктимерова, Илһам Вәлиев, Гөлназ Асаева, Рәмил Хәзиев, Фәйрүзә Нуриева, Рифат Шәрәфетдинов ҡотлаясаҡ. Бынан тыш Фәтихов йәш бейеүселәр Зарина Солтангилдина менән Рөстәм Ғәндәлиповты ла үҙ көйөнә бейетәсәк.
Шулай уҡ сәхнә түрендә Хәлит Шәйех улының иң яҡындары – улдары, шулай уҡ билдәле музыканттар Айнур һәм Илшат, тормош иптәше, юмор оҫтабикәһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Лилиә Фәтихова сығыш яһаясаҡ.