Виталий Бианки әҫәрҙәре буйынса онлайн викторина үтте

Виталий Бианки әҫәрҙәре буйынса онлайн викторина үтте

Күптән түгел Һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһынд яҙыусы Виталий Бианкиның тыуыуына 105 йыл тулыу  айҡанлы, 28-се коррекцион мәктәп-интернаты һәм Бәләбәй коррекцион мәктәбе уҡыусылары өсөн Skype программаһы аша “Урман һуҡмаҡтары буйлап” онлайн викторинаһы ойошторолдо.

Сара башында балалар командаларын һәм девиздарын тәҡдим иттеләр. Аҙаҡ Өфө һәм Бәләбәй китапханасылары яҙыусының тормош һәм ижад юлы тураһында һөйләнеләр. 

Онлайн-викторина 5 этапта үтте. Балалар өҙөктәрҙән әҫәр исемдәрен эҙләнеләр, ҡош һәм йәнлек тауыштарын айырҙылар, йомаҡтар систеләр. Һөҙөмтәлә дуҫлыҡ еңеп сыҡты.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb