Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованы «Мәҙәниәттә һәм сәнғәттәге хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланы. Бының туралағы указ хоҡуҡи мәғлүмәттең рәсми интернет-порталына һалынған.
2022 йылдың 5 октябрендә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты Әминә Шафиҡова республиканың мәҙәниәт министры вазифаһында 10 йыл эшләүен билдәләне.