Танылған скрипка оҫтаһы Владимир Спиваковтың Башҡортостандағы хәйриә фондын асыу тантанаһы Өфөлә "Таланттар йондоҙлоғо" ижади конкурсының Гала-концертында үтте. Дирижер ойошторған мәрхәмәтлек фонды һәләтле йәштәргә ярҙам итәсәк. Уның сараларына музыканттар, бейеүселәр һәм рәссамдар өсөн республикала оҫталыҡ дәрестәре үткәреләсәк, уларҙың әҫәрҙәрен халыҡҡа еткереү өсөн күргәҙмәләр, концерттар ойоштороласаҡ. Владимир Спиваковтың тәҡдиме буйынса, фонд етәксеһе итеп Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Мәскәү филармонияһы солисы Артур Нәзиуллин тәғәйенләнде. Фондың Попечителдәр советын Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса Комитет рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова етәкләне.