Дүртөйлөлә Владимир Спиваков фонды тарафынан ойошторолған хәйриә проекты сиктәрендә музыканттар сығыш яһаны. Йәш таланттар концертын Дүртәйлө үҙәк дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре һәм пациенттар хайран ҡалып тыңланы.
Дауаханан һуң һәләтле музыканттар Дүртөйлөләге социаль приютҡа юлланды. Бында төрлө сәбәптәр буйынса ата-әсәһеҙ ҡалған 27 бала тәрбиәләнә. Учреждение үҙенсәлекле - малай-ҡыҙҙар бында ваҡытлыса йәшәй. Ярты йыл эсендә улар кире ғаиләләренә ҡайта йәки яңы ғаиләгә күсә. Социаль учреждениела балаларҙың сәләмәтлеген нығытыу һәм әүҙем үҫеше өсөн бөтә мөмкинлектәр булдырылған. Кескәйҙәр йәшәгән шарттар менән Каринэ Хәбирова ла танышты.
Кескәйҙәр өсөн ойошторолған концерттан тыш мәҙәни сарала төрлө оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде. Һәләтле музыканттар һәм педагогтар рәтенә билдәле рәссамдар һәм сәйәсмәндәр ҡушылды.