Владимир Спиваковтың Скрипкасылар конкурсы еңеүселәре билдәле

Владимир Спиваковтың Скрипкасылар конкурсы еңеүселәре билдәле

20 сентябрҙә Өфөлә Владимир Спиваковтың II Халыҡ-ара скрипкасылар конкурсы еңеүселәренең исемдәре билдәләнде.

Иң йәш ҡатнашыусы Испания ҡыҙы Мария Дуэньясты еңеүсе тип танылды.

Мария Дуэньяс Гранадала тыуған. Венала Музыка һәм сәнғәт университетында профессор Борис Кушнирҙа, шулай уҡ Грацта Музыка һәм сәнғәт университетында белем ала. Үҙенең 15 йәшендә скрипкасы байтаҡ халыҡ-ара конкурстарҙа еңеү яулаған. 1912 йылда күренекле Италия оҫтаһы Риккардо Антониацци эшләгән скрипка еңеүсегә тапшырыласаҡ.  

Мәскәүҙән Федор Безносиков икенсе,  Япония музыканты – Иссеи Курихара өсөнсө һәм  Мәскәүҙән Степан Стариков дүртенсе премия яуланы.

Фестиваль лауреаттары Жюль Гранджон һәм Игорь Улицкий эшләгән ҡоралдар менән бүләкләнәсәк.

Махсус бүләктәрҙе Анна Мильман (Испания), Деннис Гасанов (Рәсәй, Мәскәү), Софи Рохлин (Израиль) һәм Асия Ғарипова (Рәсәй, Өфө) аласаҡ.

Бөгөн, 21 сентябрҙә  «Башҡортостан» дәүләт концерт залында бүләкләү тантанаһы һәм гала-концерт уҙасаҡ.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb