XIV «Ирәндек моңдары» халыҡ-ара башҡорт йырҙарын башҡарыусылар конкурсының еңеүселәре билдәле

XIV «Ирәндек моңдары» халыҡ-ара башҡорт йырҙарын башҡарыусылар конкурсының еңеүселәре билдәле

Сибайҙа башҡорт йырҙарын башҡарыусыларҙың “Ирәндек моңдары” конкурсы тамамланды. Сарала республиканың 2 тиҫтәләп район-ҡалаһынан,  шулай уҡ Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары, Силәбе өлкәһе вәкилдәре - 90 башҡарыусы ҡатнашты.

16 йәшкә тиклемгеләр төркөмөндә Учалынан Ләйсән Золотарева Гран-при яуланы. Өлкәндәр араһында Өфөнә Дамир Тайыпов иң көслөһө тип танылды. Әбйәлилдә тыуып-үҫкән йырсы быйыл сәнғәт институтын тамамлай, шулай уҡ Башҡорт дәүләт филармонияһында ла эшләй.

Беренсе «Ирәндек моңдары» халыҡ-ара башҡорт йырҙарын башҡарыусылар конкурсы 1996 йылда үтте.

Конкурстың төп маҡсаты – башҡорт халҡының бай йыр мираҫын һаҡлау, юғары һөнәри кимәлгә эйә яңы таланттар асыу, һәләтле йәштәргә ярҙам итеү. Йылдан-йыл конкурс киңәйә, уның йөкмәткеһе тәрәнәйә, абруйы арта бара.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb