XVII Төбәк-ара “Илһам шишмәләре - 2019” шиғриәт фестиваленә ғаризалар ҡабул ителә

XVII Төбәк-ара “Илһам шишмәләре - 2019” шиғриәт фестиваленә ғаризалар ҡабул ителә

XVII Төбәк-ара “Илһам шишмәләре - 2019” шиғриәт фестивален ойоштороусылар – БР Бәләбәй районы муниципаль районы хакимиәте, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы. 

Конкурс ике этапта уҙғарыла. Беренсе этап – 1 февралдән 1 мартҡа тиклем. 
Икенсе этапта түбәндәге номинациялар буйынса лауреаттар (гран-при, бер беренсе, ике икенсе һәм өс өсөнсө урындар) һәм дипломанттар билдәләнә: 
* “Шағир һәм заман” (рус, башҡорт, татар һәм сыуаш телдәрендә яҙған авторҙар өсөн айырым 4 номинация); 
* “Тыуған яҡтың гүзәллеген мәңге күреп туймамын!” (Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған); 
* “Заман һаҡлай алтын фекерҙәрҙе” (Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған); 
* “Бар донъя – театр, беҙ барыбыҙ – унда ирекһеҙҙән актерҙар...” 
* “Фестиваль асышы”; 
* “Заман башҡа, заң башҡа” 
* “Мөхәббәт – ул шундай изге хис...”; 
* “Был көндәрҙең даны һүрелмәҫ” (Бөйөк Ватан һуғышында халыҡ ҡаһарманлығын данлаған авторҙар өсөн); 
* “Яратырға, ышанырға һәм йәшәргә” (йәшәү мөмикнлектәре сикле авторҙар һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары өсөн); 
* ”Балалар өсөн яҙам”; 
* “Ҡанат ҡуйҙы миңә фестиваль”; 
* ”Тоғролоҡ һәм бурыс ялҡыны бөйөк юлыбыҙҙы яҡтыртһын!” (Фәтих Кәримдең 110 йыллығына арналған). 

Икенсе этап һөҙөмтәләре буйынса жюри иғлан ителгән барлыҡ номинациялар буйынса урындар бирмәҫкә мөмкин. Икенсе этапты уҙған ҡатнашыусыларҙы ойоштороу комитеты фестивалдең өсөнсө этабында ҡатнашырға саҡыра. 

Фестивалдең ойоштороу комитеты ҡатнашыуға заявкаларҙы һәм ижади эштәрҙе урындағы жюриҙың (газеталар редакцияларының, әҙәби берләшмәләренең) тәҡдим итеү хаты менән ҡабул итә, унда шағир тураһында мәғлүмәттәр булырға тейеш: тематика, ижад үҙенсәлеге, рекомендациялар һ.б.

Заявкаларҙы ойоштороу комитеты түбәндәге адрес буйынса ҡабул итә: 452000, Башҡортостан Республикаһы, Бәләбәй ҡалаһы, Кесе Туғай урамы (Мало-Луговая), 53а, “Бәләбәй хәбәрҙәре” газетаһы редакцияһы. 
Электрон почта (е-mail): Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. 
Телефондар: (34786) 3-23-02, 3-17-02, 3-42-67, 4-23-58, 4-09-25. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb