Ошо көндәрҙә Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә яҙыусы, журналист, Хәким Ғиләжев исемендәге әҙәби премия лауреаты Мөхтәр Сабитовтың “Һайланма әҫәрҙәр”енең I томы донъя күрҙе. Бында әҙиптең уҡыусылар тарафынан бик ихлас ҡабул ителгән “Көт мине, Рәйсә!” романы һәм “Тирәк мамығы” повесы ингән. "Көт мине, Рәйсә!" романы бер нисә йыл элек айырым китап булып донъя күрә һәм тиҙ арала китап уҡыусылар тарафынан һатып алынып бөтә.
"Үҙгәртеп ҡороу заманында быуындары нығынып бөтмәгән үҫмер балалар алдында торған һынау, мәктәптә уҡыу осоро, яңы бөрөләнә башлаған саф мөхәббәт тойғолары, яуызлыҡ һәм яҡшылыҡ, аҙғынлыҡ, наркомания һәм шулай уҡ Афған һуғышы, ундағы юғалтыу, ғазаптар - барыһы ла хикәйәлә бер-бер артлы һүрәтләнә килә. Рәйсә менән Ринаттың мөхәббәте, улар өлөшөнә төшкән ауыр һынауҙар уҡыусыларҙы уйҙарға ла, борсоуға ла һала. Тормоштағы ыңғай һәм кире күренештәрҙе автор нисек бар, шулай асып бирә. Әҫәр бик мауыҡтырғыс һәм тормошсан итеп яҙылған", - тип билдәләйҙәр нәшриәттең матбуған хеҙмәтендә.
"Тирәк мамығы" повесында колхозлашыу осоро, байҙар һәм ярлылар мөнәсәбәте, ябай ауыл халҡы тормошо - бөтәһе лә асыҡ сағыла.
Ҡыҫҡаһы, Мөхтәр Абдрахман улының яңы йыйынтығы халҡыбыҙ тормошондағы көнүҙәк проблемаларҙы асып, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләй, уҡыусыһын уйланырға, һығымталар яһарға саҡыра.
Китап ошо көндәрҙә нәшриәт магазиндарына һатыуға сығарылған. Уны шулай уҡ нәшриәттең сайтында һатып алырға мөмкин.