Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 21 ноябрь 2016
Яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ
Яныбай Хамматов исемендәге Сермән модель китапханаһында арҙаҡлы яҡташыбыҙ, СССР-ҙың халыҡ артисы, Глинка һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары лауреаты Заһир Ғарип улы Исмәғилевтең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған “Ҡурайҙан операға тиклем” әҙәби-музыкаль кисәһе үтте.
Сараға башҡорт теле уҡытыусылары Н. Шәғәлина, Н. Әхмәтова етәкселегендәге Сермән мәктәбе уҡыусылары саҡырылды. Кисәне, “Урал” халыҡ көйөн ҡурайҙа уйнап, Сермән сәнғәт мәктәбе педагогы Фидан Сибәғәтов асты. Алып барыусы Гөлнур Мусина шәхестең тормош юлы һәм ижады, ғаиләһе тураһында һөйләне, композиторҙың музыкаль әҫәрҙәренән, замандаштарының иҫтәлектәренән, фотоһүрәттәренән, шәжәрәһенән, 1993 йылда “Ағиҙел” журналында донъя күргән Яныбай Хамматовтың “Иҙел башы” романынан торған күргәҙмәгә байҡау яһаны. “Иҙел башы” биографик романы тарихи ваҡиғаларға нигеҙләнеп яҙылған, унда туған халҡы хәтерендә юйылмаҫ эҙ ҡалдырған Заһир Исмәғилев менән Арыҫлан Мөбәрәковтың образдары һынландырылған.
Композитор “Салауат Юлаев”, “Шәүрә”, “Ағиҙел тулҡындары”, “Урал илселәре”, “Аҡмулла” операларын, “Ҡоҙаса”, “Алмаҡай” оперетталарын, кантата-оратория, симфоник һәм камера оркестрҙары, драматик спектаклдәр өсөн музыка, халыҡ яратҡан йырҙар ижад итә. Бөйөк шәхес 112-се кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәли Шайморатовҡа бағышланған һәм дивизияны фронтҡа оҙатыр алдынан беренсе тапҡыр башҡарылған “Шайморатов генерал” йырын яҙа. “Батырҙар йыры”, “Котелок”, “Грузин сәйе”, “Былбылым”, “Ос, минең туры атым” йырҙары киң билдәлелек яулай.
Сәнғәт мәктәбе директоры Әлфиә Идиәтуллина Заһир ағайҙың Башҡортостанда музыка ижадын һәм белемен үҫтереүгә күп көс һалыуын һәм үҙенә лә тыуған ауылында мәҙәниәтте үҫтерергә кәңәш биреүен билдәләп үтте. Венера Бикбаеваның баян моңона ҡушылып, ул “Сермәнемдең ниндәй серҙәре бар?” йырын башҡарҙы. Заһир Ғарип улының тормошондағы ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғалары тураһында хәтирәләре менән туғаны, участка дауаханаһының баш врачы Альберт Ғарипов уртаҡлашты. Мәктәп уҡыусылары арҙаҡлы яҡташыбыҙға арналған шиғырҙар уҡыны. Сара барышында “Башҡортостан” киностудияһында төшөрөлгән “Заһир Исмәғилев” видеофильмынан өҙөк күрһәтелде.
Башҡорт милли мәҙәниәтенә тос өлөш индергән Заһир Исмәғилевтең исемен Өфө дәүләт сәнғәт институты, Сермән социаль үҙәге, Өфө һәм башҡа ауыл-ҡала урамдары йөрөтә. 2008 йылда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры янындағы скверҙа һәйкәл асылған. Ә 2014 йылда башҡорт композиторы, йәмәғәт эшмәкәре, СССР-ҙың, РСФСР-ҙың, БАССР-ҙың халыҡ артисы, РФ һәм БР дәүләт премиялары лауреаты, Белорет районы һәм ҡалаһының Почетлы гражданины Заһир Ғарип улы Исмәғилевкә Сермәндәге йорт-музейында таҡтаташ ҡуйылды.
Сара һуңында уҡытыусылар китапханасыларға ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс кисә өсөн рәхмәт белдерҙе һәм балаларҙы Тыуған илен, ерен яратырға, шәхестәре, яҡташтары менән ғорурланырға, уларға оҡшарға саҡырҙы.
Зилә ФӘХРИСЛАМОВА,
Сермән модель китапханаһы мөдире.
Сығанаҡ: “Урал” гәзите
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө