Яңауыл районында «Урал батыр байрамы» уҙғарыла

Яңауыл районында «Урал батыр байрамы» уҙғарыла

Иртәгә-30 мартта, Башҡортостан Республикаһы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары берләшмәһенең Яңауыл филиалы, Яңауыл районының Башҡорттар ҡоролтайы һәм муниципаль район хакимиәте Киҫәк-ҡайын ауылында «Урал батыр байрамы» уҙғара.

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә,  «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосын популярлаштырыу, традицион уйын-бәйгеләрҙе тергеҙеү, этник спортты, йолаларҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе пропагандалау маҡсатында уҙғарыла.

Сарала мосолмандарҙың «Ҡорбан салыу» йолаһы, милли «Көрәш» буйынса ярыштар, халыҡ уйындары һәм йолалары күрһәтеләсәк.

Шулай уҡ кисә барышында боронғо «Урал батыр» эпосынан өҙөктәр уҡыу, милли ашамлыҡтар һәм халыҡ оҫталары-кәсепселәр эшләгән әйберҙәр күргәҙмәһе ойошторолоу ҡаралған.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb