Яңауыл районының сигелгән картаһында - биш төп халыҡтың орнаменты

Яңауыл районының сигелгән картаһында - биш төп халыҡтың орнаменты

Яңауыл районының сигелгән картаһында муниципалитетта йәшәгән биш төп халыҡтың биҙәктәре урынлаштырылған.

- 1984 йылда декрет отпускыһында саҡта күршемдең мендәр тышын сигеүен күреп, минең дә һынап ҡарарға теләгем тыуҙы. Шул ваҡыттан алып сигеү минең өсөн «сир»гә әйләнде. Унда мин йыуаныс, тыныслыҡ, шатлыҡ табам, эшемдән ҡәнәғәтлек табам. 2000 йылда мәҙәниәт учреждениеһында эшләгән ваҡытта бейеү коллективы өсөн күлдәктәр кәрәк була. Күлдәк ситенә тектереп ҡарарға булдым. Булды. Шулай итеп мин әкренләп мари милли кейемен тегеүгә һәм сигеүгә килдем, - тип һөйләне Яңауыл районының Рәбәк ауылы оҫтаһы, клубтың мәҙәни ойоштороусыһы Людмила Дмитриева.

Хәҙер уға үҙе етәкләгән «Рвезе кумыл» йыр ансамблен дә кейендереү ауыр түгел. Коллектив бындай кейемдә район һәм республика сараларында йыш сығыш яһай, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb