Яңауылда Фәтих Иҡсанов иҫтәлегенә арналған гармун байрамы уҙғарыла

Яңауылда Фәтих Иҡсанов иҫтәлегенә арналған гармун байрамы уҙғарыла

Яңауылда танылған режиссер Фәтих Иҡсанов иҫтәлегенә арналған гармун байрамы уҙғарыла. Фәтих Иҡсанов ауыҙ-тел ижадын, бейеүҙәрҙе, ата-бабаларыбыҙҙың йолаларын тергеҙеүгә күп көс һала.

“Ул халыҡ ижады – милли мәҙәниәттең мөһим өлөшө, тип иҫәпләй. Башҡортостанда гармун байрамдарына нигеҙ һалды”, - ти республиканың халыҡ артисы Хәлит Фәтихов.

Фәтих Иҡсанов исемендәге конкурста тальян, гармун оҫталары, ансамблдәр һәм милли уйын ҡоралдары яһаусылар ҡатнаша ала. Ғаризалар 8 майға тиклем ҡабул ителә.

Мәҙәни сара инструменталь башҡарыу традицияларын, гармунда һәм башҡа уйын ҡоралдарында уйнау сәнғәтен пропагандалау һәм үҫтереү, ижади ҡарашлы йәштәрҙең ҡыҙыҡһыныуын арттырыу маҡсатында уҙғарыла.

2004 йылдан башлап Яңауылда Фәтих Иҡсанов исемендәге призға «Моңға бай гармун байрамы» республика конкурсы үткәрелә. 2013 йылдан ул «Рәсәй мәҙәниәте» тип аталған маҡсатлы федераль программаға индерелә. Был сараға 1985 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһының ул ваҡыттағы режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәтих Иҡсанов нигеҙ һалған.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb