Яңы йыл күңел асыу саралары өсөн төп майҙансыҡтар һайланды

Яңы йыл күңел асыу саралары өсөн төп майҙансыҡтар һайланды

Яңы йыл күңел асыу саралары өсөн Башҡортостандың баш ҡалаһында ике төп майҙансыҡ тапшырыуға әҙерләнә. Ул шыршылар – Ленин исемендәге майҙанда һәм Конгресс-холл алдындағы майҙанда. Нәҡ бында боҙ ҡаласыҡтары, тауҙар, лабиринттар, әкиәт геройҙарының һәм яңы йыл символы һындары урынлашасаҡ.

Ленин исемендәге майҙанда Благовещен районынан 30 метрлыҡ йәшел һылыуҡай ҡуйылған да инде. Яҡын көндәрҙә Яңы йылды байрам итеү атрибуты Конгресс-холл алдындағы майҙанда ла урын аласаҡ. Өфөлә йүп фатирлы йорттар эргә-тирәһенә бөтәһе 64 яңы йыл шыршыһы һәм шул сама боҙ тауы ҡуйыу күҙаллана.
Бынан тыш, баш ҡаланың һәр районын үҙҙәренең үҙәк шыршыһы биҙәйәсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb