Башҡорт йырсыһы Марсель Ҡотоев ҡаҙаҡтар араһында дан яуланы. Ҡаҙағстандың Атырау ҡалаһында Халыҡ-ара музыка фестивале үтте. Башҡортсалап әйткәндә, фестивалдең атамаһы- “Яйыҡ тауышы”. Унда Рәсәй һәм Ҡаҙағстандан тыш, Әзербайжан, Ҡырғыҙстан, хатта Украина йырсылары ҡатнашҡан. Марсель Ҡотоев башҡорттоң данлыҡлы “Уралым” һәм ҡаҙаҡ халҡының “Бабалар” йырҙарын башҡарып, фестиваль лауреаты тип билдәләнде.