«Салауат Юлаев» — режиссер Яков Протазановтың башҡорт батыры Салауат Юлаев тураһында 1940 йылда төшөргән киң форматлы төҫһөҙ кинофильмы. 1941 йылдың 21 февралендә экранға сығарыла. 1986 йылда М. Горький исемендәге киностудияла яңыртыла.
1940 йылда режиссерҙың «Салауат Юлаев» нәфис фильмы прокатҡа сыға. Һуғыш йылдарында уны йыш ҡына Ҡыҙыл Армия частарында яугирҙарҙың хәрби рухын күтәреү өсөн күрһәтәләр. “Салауат Юлаев” профессиональ башҡорт киноһындағы тәүге нәфис фильм.
Фильм Ишембай районында төшөрөлгән, күренештәрҙә ҡатнашыу өсөн халыҡ кәрәк булғас, урындағы ағас эшкәртеү предприятиеһы, колхоздарҙа эштәр туҡтатыла. Барлыҡ аттарҙы ла кино авторҙары ҡарамағына тапшыралар. Салауат Юлаевҡа Әбелхайыр уҡ атҡан ер ҙә тап Ишембай районындағы кадрҙар.
Башҡорт йөҙбашы, улус старшинаһы Юлай Аҙналиндың улы үҫмер Салауат батша офицерына ҡул күтәргәне өсөн тыуған ауылын ташлап китергә мәжбүр була. Һалдаттар эҙәрләүенән уны каторганан ҡасып килеүсе Хлопуша ҡотҡарырға тырыша. Һәр урыҫты дошман күргән егет тәүҙә уға ышанмай. Әммә рудникта бергә таш сығарыу, бер уйлы булыу, каторганан бергәләп ҡасыу уларҙы дуҫлаштыра. Салауат менән Хлопуша ике йыл буйы Урал киңлектәрендә йәшеренеп йөрөй. Шул мәлдә казак хуторында Емельян Пугачевты осраталар һәм уның яҡын арҡаҙаштары булып китәләр. Салауат тыуған яҡтарына ҡайтып үҙ халҡын Пугачевҡа ҡушылырға саҡыра. Урыҫ крәҫтиәндәре, завод эшселәре менән бергә башҡорт атлылары көрәшкә күтәрелә. Батша хөкүмәте уларға ҡаршы Михельсон етәкселегендә яҡшы ҡоралланған ғәскәр ебәрә. Һатлыҡйән казак старшинаһы арҡаһында пугачевсылар ҙур юғалтыуҙар кисерә һәм сигенергә мәжбүр була. Хлопуша һәләк була, Пугачев ҡулға алына. Башҡорт байҙары Салауатты эҙәрлекләп, уны һалдаттарға тоттора. Әммә дуҫтары ярҙамында егет тауҙарға ҡаса. Арҡаҙаштары менән хушлашҡанда Салауат: «Башҡорт халҡы иректә йәшәйәсәк әле!» - ти.