Иртәгә -7 апрелдә, М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә яңы спектакль - Ангиза Ишбулдинаның "Кеҫәлле ярҙа" пьесаһы буйынса "Баллы, тирәкле Балтирәк" лирик комедияһы сәхнәләштерелә. Спектаклдең режиссеры - Алмас Әмиров.
… Ауыл юл уртаһында түгел, йылғаның арғы яғында ултыра. Бында бөтә нәмә бар – мәктәп тә, ауыл мәҙәниәт йорто ла, ферма ла, ике тиҫтә йорттар теҙелгән, ә бына кешеләр аҙ. Ултырған урыны – шәп! Ҡаланыҡылар арыған саҡтарында «Эх, бына ауылға һыпыртырға ине. Унда тәбиғәт ҡосағында рәхәт, тыныс» - тип әйтеп ҡуйған ваҡытта, улар тап ошо Балтирәк ауылын күҙ алдына килтерәләр. Бына һеҙ: "Эх, ауылға ҡайтаһы ине!" - тип әйтеп, күҙҙәрегеҙҙе йомһағыҙ, Балтирәк ауылын күрерһегеҙ.
Премьераға рәхим итегеҙ!