23 ғинуарҙа Башҡортостан Хөкүмәте Йортонда күренекле яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре, фронтовик Яныбай Хамматовтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған сараларға әҙерләнеү һәм уларҙы үткәреү буйынса ойоштороу комитетының ултырышы уҙҙы. Ултырышты БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев алып барҙы.
– Башҡортостанда Яҙыусылар союзына ҙур иғтибар бүленә. Былтыр ойошма бинаһын реконструкциялау башланды. Яңыраҡ республика Башлығы Радий Хәбиров төҙөлөш эштәренең барышы менән танышты һәм, Яҙыусылар союзы ҡаршыһында аллея барлыҡҡа киләсәк, тип вәғәҙәләне. Яңыртылған бина һәм аллея йыл һайын ойошторолған «Китап-байрам» китап фестивале барышында асыласаҡ, – тип һөйләне Урал Таһир улы. – Билдәле яҙыусы Яныбай Хамматовтың тыуыуына 100 йыл тулыуҙы байрам итеү быйылғы йылдағы сағыу ваҡиғаларҙың береһе булмаҡсы. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тейешле Указға ҡул ҡуйҙы.
Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, юбилей йылы яҙыусының тормошона һәм ижадына арналған үҙенслекле күргәҙмәләрҙән башланды, тип билдәләне. Яныбай Хамматовтың тыуған көнө алдынан Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала «Башҡорт тарихы йырсыһы» тип аталған китап һәм виртуаль күргәҙмәләр әҙерләнде. Унда яҙыусының башҡорт һәм рус телдәрендә донъя күргән әҫәрҙәре, уның хаҡында мәҡәләләр урын алған.
БР Милли әҙәбиәт музейы әлеге көндә «Башҡорт тарихының йырсыһы» күргәҙмәһен әҙерләү өҫтөндә эшләй. Экспозицияға яҙыусының билдәле әҫәрҙәре, китаптарының тәржемәләре инә, шулай уҡ «Төньяҡ амурҙары», «Һырдаръя» романдарының ҡулъяҙмалары, уның шәхси әйберҙәре тәҡдим ителә. Күргәҙмә 6 февралдә көндөҙгө сәғәт 3-тә Мәжит Ғафуриҙың Өфөләге йорт-музейында асыла, ул мартҡа тиклем эшләйәсәк, һуңынан Белорет районына күсәсәк. Бынан тыш, Милли әҙәбиәт музейы хеҙмәткәрҙәре уҡыусылар өсөн музей дәресе әҙерләй.
14 февралдә көндөҙгө сәғәт 3-тә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала «Халыҡ тормошоноң йылъяҙмасыһы» түңәрәк өҫтәле уҙа. Ул Милли әҙәби музей һәм БР Яҙыусылар союзы менән берлектә әҙерләнә. Сығыштарҙан йыйынтыҡ әҙерләнәсәк. Шулай уҡ февралдә китапхана хеҙмәткәрҙәре белем биреү учреждениелары уҡыусылары өсөн яҙыусының тормошо һәм ижады тураһында лекциялар уҙғара башлай.
– Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы Яныбай Хамматов төшөрөлгән конверт сығарасаҡ, тиражы – 50 мең дана, – тине Әминә Шафиҡова.
Конверттарҙың нәшер ителеүе февраль башында көтөлә, беренсе партияны Башҡортостан Республикаһы аласаҡ. «Яныбай Хамматов» почта конвертының презентацияһы һәм почта мисәтен һуғыу тантанаһы 13 февралдә көндөҙгө сәғәт 12-лә Башҡортостандың Милли китапханаһында Федераль почта элемтәһе идаралығы һәм республиканың Яҙыусылар союзы ҡатнашлығында уҙа.
– Йола буйынса «Китап-байрам» фестивале барышында яҙыусыларҙың юбилейҙарын билдәләйбеҙ. Быйыл күләмле сараның эшлекле өлөшө Яныбай Хамматовтың юбилейына арнала, – тип билдәләне мәҙәниәт министры.
Мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин билдәләүенсә, Яныбай Хамматовтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған саралар республиканың барлыҡ белем биреү учреждениеларында уҙғарыла. Министр иң күләмлеләре ваҡиғалар хаҡында бәйән итте:
– ЮНЕСКО, район хакимиәте менән берлектә Белорет районының Яныбай Хамматов исемендәге гимназияһында фәнни-ғәмәли конференция үткәреү планлаштырыла. 21 майҙа Өфө фән һәм технологиялар университетында Яныбай Хамматовтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған «Халыҡтың тарихи хәтерендә Бөйөк Ватан һуғышы» Бөтә Рәсәй ғилми конференцияһы үтәсәк.
Яңыраҡ Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә яҙыусы-фронтовик Яныбай Хамматовтың «Алтын юлағым» исемле китабы сыҡты.
Белорет районы башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Зөлфиә Ғәлийәнова юбилей йылына пландар менән таныштырҙы.
– 21 мартта Бишенсе Хамматов уҡыуҙары үтә. Гимназияла танылған яҡташыбыҙҙың тормошона һәм ижадына бағышланған музей-кабинет асыла. Шулай уҡ гимназия бинаһы алдында Яныбай Хамматовтың бюсы ҡуйыласаҡ. Йәй яҙыусының тыуған ауылы Исмаҡай ҙур сара ойошторола, – тине Зөлфиә Ғәлийәнова.
Ултырыш барышында Яныбай Хамматовтың пенталогияһын берҙәм стилдә яңынан баҫтырыу, Өфөлә юбилей кисәһен үткәреү һәм үҙе үлгәндән һуң «Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы» тигән маҡтаулы исем биреү тураһында тәҡдимдәр яңғыраны. Фото: pravitelstvorb.ru