«Янғантау» геопаркы ЮНЕСКОның бөтә донъя селтәренә индерелгән

«Янғантау» геопаркы ЮНЕСКОның бөтә донъя селтәренә индерелгән

Ошо көндәрҙә ЮНЕСКО Ассамблеяһының ултырышында «Янғантау» республика геопаркын ойошманың бөтә донъя селтәренә индерелеүе тураһында хәбәр иттеләр. «Был статус беҙгә сит ил туристарын йәлеп итергә ярҙам итәсәк. ЮНЕСКО лейблы бында сифатлы һәм уңайлы шарттар, хәүефһеҙлек саралары булдырылыуы тигәнде аңлата», -тип фекере менән бүлеште БР башлығы Радий Хәбиров.

Геопарк 35 геологик нөктәне берләштерә, улар араһында өсәүһе халыҡ-ара, 10 объект  – милли һәм 22 объект  – фәһемле әһәмиәткә эйә.  Геопарк территорияһында Ҡыҙыл китапҡа индерелгән үҫемлектәр үҫә, һирәк осрай торған хайуандар бар. Ил башлығы әйтеүенсә, киләсәктә ЮНЕСКО селтәренә индереләсәк  «Торатау» геопаркын булдырыу планлаштырыла. Уны төҙөү барышында салауат районында туплаған тәжрибә ҡулланыласаҡ.

Геопарк – ул асыҡ һауала музей, уның экспонаттары – тауҙар, мәмерйәләр, минералдар һәм файҙалы ҡаҙылмалар. Милли парктарҙан айырмалы рәүештә, геопарк территорияһы туристар өсөн асыҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb