Бөгөн Татарстан Республикаһының Яр-Саллы ҡалаһында Башҡортостан Республикаһының Милли музейы әҙерләгән “Башҡорттар. Волга буйы халыҡтары этносы һәм мәҙәниәте”күргәҙмәһе асылды. Күргәҙмә Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында урынлашты.
Тарих һәм этнография бүлегенән торған күргәҙмә төбәктең һәм аҫаба халыҡтың иң мөһим тарихи ваҡиғалары, матди һәм рухи хазинаһын сағылдыра.
Экспозиция нигеҙен Шүлгәнташ мәмерйәһе ҡомартҡылары тәшкил итә. Төбәктең күтәрелеү осоро, рухи мәҙәниәттең үҫеше: яҙма барлыҡҡа килеүе, архитектура, ғилем асыштары ла күрһәтелә. 1773-1775-се Крәҫтиәндәр ихтилалы, башҡорттарҙың 1812-се йылғы Ватан һуғышындағы батырлыҡтары, сит яҡтарға походтар тарихы битараф ҡалдырмаҫ.
XIX б. –XX б. уртаһы биҙәү сәнғәте өлгөләре лә күргәҙмәгә килеүселәрҙең күңелдәренә хуш киләсәк.
Күргәҙмә 29 июнгә тиклем эшләй.