Конфессия-ара һәм милләт-ара берҙәмлеккә арналған «Яулыҡ - тыныслыҡ билдәһе» халыҡ-ара фестивале онлайн форматта эшен дауам итә һәм теләүселәрҙең барыһын да халыҡ ижады смартмобында ҡатнашырға саҡыра.
«Фестиваль 5 февралдә Көйөргәҙе районында үтергә тейеш ине. Пандемияға бәйле сара яҙға күсерелде. Фестиваль социаль селтәрҙә эшләүен дауам итә, унда ҡатнашыусылар һаны көндән-көн арта», - тип һөйләне «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы»на Көйөргәҙе районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегенең методик кабинет мөдире Рәғиҙә Нафиҡова.
«Яулыҡ - тыныслыҡ билдәһе» халыҡ-ара фестиваленең смартмобына теләгән һәр кем ҡушыла ала. Бының өсөн биш шарттың барыһын да үтәп сығырға кәрәк:
- фестивалдең Бәйләнештә һәм Facebook селтәрҙәрендәге рәсми төркөмөнә яҙылырға;
- ижади номерҙы горизонталь рәүештә төшөрөргә;
- видеояҙмала мотлаҡ яулыҡ ҡулланырға;
- видеояҙманың оҙайлығы 5 минуттан артмаҫҡа тейеш;
- ҡатнашыуға ғариза һәм һылтанманы «Халыҡ ижады смартмобы» тигән билдә менән электрон почтаның адресына ебәрергә.
Концерт номерҙарының видеояҙмалары түбәндәге хештегтар менән фестивалдең рәсми төркөмдәрендә урынлаштырыласаҡ: #МойПлатокМояРоссия #Смартмоб #ПлатокСимволМира #ПоддерживаюФестивальПлатка.
Бөтә ҡатнашыусыларға ла «Яулыҡ - тыныслыҡ билдәһе» халыҡ-ара фестивале дипломдары тапшырыласаҡ, улар заявкаларҙа күрһәтелгән электрон почтаға ебәреләсәк.
Яулыҡ фестивале Рәсәйҙә тәүге тапҡыр 2020 йылда Башҡортостандың көньяғында уҙғарылды. Фестивалдең төп ойоштороусылары - Рус Православие сиркәүенең Салауат епархияһы, Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районы хакимиәте, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы, Көйөргәҙе районының Мосолман ҡатын-ҡыҙҙары берлеге.