Яҙыусы Барый Ноғомановҡа 80 йәш

Яҙыусы Барый Ноғомановҡа 80 йәш

Ошо уңайҙан Ҡырмыҫҡалы районы мәҙәниәт һарайында әҙиптең юбилей кисәһе уҙғарыла.
Барый Ноғоманов 1936 йылдың 8 апрелендә Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес ауылында тыуған. Атаһы һуғышта һәләк була. Ғаиләлә ете бала етем ҡала. Бәләкәй Барыйҙы Мөкәй ауылындағы әбеһе (атаһының өлкән апаһы) тәрбиәгә ала Шул ауылда өс класты тамамлай, артабан тыуған ауылына ҡайта һәм уҡыуын дауам итә. Урта мәктәпте тамалағас, Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.
Башҡорт дәүләт университетында белем ала. Бәләкәй сағынан уҡ шиғырҙар яҙыу менән мауыға, республика матбуғатында уның байтаҡ шиғырҙары, хикәйәләре баҫылып сыға.
Барый Ноғомановтың балалар өсөн "Йылбабай һәм сәғәттәр", "Йылбабайҙың дүрт ҡыҙы", "Усаҡтар яна", өлкәндәр өсөн "Аҡ таңдарым", "Етегән йондоҙ", "Ерем йәме", "Минең яҙым", "Ҡыңғырауҙар" исемле китаптары донъя күрә. "Эҙең ҡалһын", "Өйөрмәле елдәр" тигән проза йыйынтыҡтары авторы. Әҙәбиәт өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. 1979 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар берлеге ағзаһы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb