Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яҙыусы, драматург һәм журналист Мирхәйҙәр Мостафа улы Фәйзуллин дың тыуыуына 125 йыл.
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шаршамбы, 19 октябрь 2016
Яҙыусы, драматург һәм журналист Мирхәйҙәр Мостафа улы Фәйзуллин дың тыуыуына 125 йыл.
Бөгөн, 2016 йылдың 19 октябрь көнө, яҙыусы, драматург һәм журналист Мирхәйҙәр Мостафа улы Фәйзуллин дың тыуыуына 125 йыл.
Мирхәйҙәр Фәйзи (19 октябрь 1891 — 9 июль 1928) — башҡорт һәм татар яҙыусыһы, драматург һәм журналист.
Мирхәйҙәр Мостафа улы Фәйзуллин 1891 йылдың 19 октябрендә элекке Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенең Күкшел утарында тыуған.
Орск һәм Ырымбурҙағы Хөсәйениә мәҙрәсәләрендә уҡый. Әҙәби әҫәрҙәр яҙыу менән йәшләй ҡыҙыҡһына башлай. Уның «Сәскәләр араһында», «Биҙәнеү», «Йәштәр алдатмайҙар» кеүек тәүге сәхнә әҫәрҙәре 1912 йылда баҫылып сыға. Ошо уҡ йылдарҙа «Йәштер алдатмайҙар» комедияһы Ҡазанда «Сәйәр» труппаһы тарафынан сәхнәлә ҡуйыла.
1916 йылда М. Фәйзи «Сәғҙәтбаныу» тигән драмаһын яҙа. Аҙаҡ, бер аҙ үҙгәрткәндән һуң, «Ғәлиәбаныу» исемеңдә был пьеса тиҙ арала популярлыҡ яулай һәм башҡорт, татар театрҙары репертуарының алтын фондына әүерелә.
Ғ. Ибраһимов Мирхәйҙәр Фәйзиҙе «драмалар ғәләмендә яңы мәктәп асыусы» тип уның ижадын юғары баһаланы. «Ҡыҙғаныс», «Тәҡдирҙең шаярыуы». «Ауыл байрамы», «Урал һыуы буйында». «Аҫылйәр», «Аҙашҡан күңел» һәм башҡа пьесаларыңда халыҡ тормошо реалистик алымдарҙа һүрәтләнә.
Граждандар һуғышы йылдарында М. Фәйзи бөтөпләйгә Башҡортостандың Баймаҡ районы Юлыҡ ауылына күсеп килә. Ауыл халҡы араһында культура-ағартыу эштәрендә актив ҡатнаша, драма түңәрәктәрендә спектаклдәр ҡуйыу, әҙәби һәм күңел асыу кисәләре ойоштора, китапханала эшләй.
Ошо төбәктәге комсомол йәштәренең контрреволюцион элементтарға ҡаршы көрәшен сағылдырған «Ҡыҙыл йондоҙ» пьесаһын тамамлай. 1922 йылда Темәс ауылына күсә һәм «Ҡыҙыл Урал» газетаһының редколлегия ағзаһы булып эшләй. Тиҙҙән ул Өфәгә саҡырыла һәм Башҡорт дәүләт театрының даими драматургы итен билдәләнә.
1925—1928 йылдарҙа Баймаҡта йәшәй. Мирхәйҙәр Фәйзи ике тиҫтәгә яҡын пьеса, күп һандағы шиғыр, йыр һәм хикәйә авторы.
1928 йылдың 9 июлендә Баймаҡта үлә.
Баймаҡ районы хеҙмәтсәндәре үҙҙәренең яратҡан драматургын ҡаланың үҙәк паркына хөрмәтләп күмәләр.
Г. Багаева
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө