Яҙыусы-фронтовик Ғәли Ибраһимовтың тыуыуына 100 йыл

Яҙыусы-фронтовик Ғәли Ибраһимовтың тыуыуына 100 йыл

Яҙыусы-фронтовик, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғәли Ибраһимовтың тыуыуына100 йыл. Стәрлетамаҡта тыуған әҙип оҙаҡ йылдар "Ағиҙел" журналының яуаплы сәркәтибе булып эшләй. 1977 йылда яҙыусыға ҙур билдәлелек килтергән "Кинйә" тарихи романының беренсе китабы донъя күрә.

Ғәли Ғизетдин улы Ибраһимов 1919 йылдың 16 ғинуарында Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған. Утыҙынсы йылдар башында нефть ятҡылыҡтары асылғас, ата-әсәһе менән Ишембайға күсеп килә, бында урта мәктәпте тамамлай. 1937—1939 йылдарҙа ӨФөлә педагогия рабфагында уҡый. 1939 йылда Ҡыҙыл Армияға алынып, Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Яуҙарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнә.

1989 йылда 70 йәшендә оло әҙиптең йөрәге тибеүҙән туҡтай.

Ғәли Ибраһимов 1935—1937 йылдарҙа «Башҡортостан вышкаһы» гәзитендә үҙенең тәүге шиғырҙарын баҫтыра. 1956 йылда уның Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙар ҡаһарманлығы хаҡында бәйән иткән «Бер полк кешеләре» исемле тәүге романы баҫыла. Был әҫәр башҡорт әҙәбитендә һуғыш ваҡиғаларын һәм совет һалдаттарының тиңһеҙ батырлығын киң эпик планда һүрәтләүгә йүнәлтелгән тәүге тәжрибәләрҙең береһе була. Артабанғы йылдарҙа әҙип күп хикәйәләр, очерктар, повестар менән бер рәттән «Умырзая йыры» тигән романын да баҫтырып сығара. 1977 йылда яҙыусыға ҙур билдәлелек килтергән «Кинйә» тарихи романының беренсе китабы донъя күрә. Был әҫәре өсөн яҙыусы 1983 йылда Салауат Юлаев исемендәге премияға лайыҡ була. Романдың икенсе китабы 1987 йылда нәшер ителә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb