Башҡортостанда Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына дәғүә итеүселәр билдәле булды. Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендәге награда яҙыусы Гүзәл Ситдиҡоваға “Ҡолонсаҡ – арғымаҡ булыр бер саҡ” китабы өсөн бирелде. Премия йәш быуынды әҙәбиәт һәм сәнғәт әҫәрҙәре ярҙамында рухи-әхләҡи һәм патриотик тәрбиәләүҙә ҙур өлөш индерә.
Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика дәүләт премияһы 2005 йылдың 1 октябрендә булдырылды. Ун ике йыл эсендә абруйлы премияға лайыҡ булыусылар: Гөлфиә Юнысова, Факил Мырҙаҡаев, Кәтибә Кинйәбулатова, Сафуан Әлибаев, Әсхәл Әхмәт-Хужа.
Конкурста ете кеше ҡатнашҡан. Улар араһында шағирә Рәшиҙә Бик, яҙыусылар Гүзәл Ситдиҡова, Ринат Ноғоманов, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина.