Ошо көндәрҙә башҡорт прозаһы оҫтаһы, тәржемәсе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Гөлсирә Ғиззәтуллина 65 йәшлек юбилейын билдәләй.
Гөлсирә Ғизәтуллина - Рәсәй һәм Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты, Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара әҙәби конкурс дипломанты.
Гөлсирә Мирза ҡыҙы (Ғайсарова) Ғиззәтуллина 1957 йылдың 4 июлендә Үзбәкстандың Ҡаған ҡалаһында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының разведка взводы командиры Мирза Күлислам улы Ғайсаров һәм уның буласаҡ тормош иптәше Наилә Мирхәбиб ҡыҙына ошо ҡалала табышырға насип була. Мирза Ғайсаровтың ауыр яралары оҙаҡ уңалмай, һәм табиптар кәңәше буйынса ул Үзбәкстанға барырға мәжбүр була. Ҡағанда Ғайсаровтар ғаиләһендә Земфира, Салауат һәм Гөлсирә донъяға килгән. Әммә Мирза Ғайсаров тыуған яғын һағынған һәм бер нисә йылдан Ейәнсура районының Иҙәш ауылына ҡайтып төпләнгән. Гөлсирә Ғайсарова ата-бабаларының ерендә үҫкән һәм Иҙәште үҙенең тыуған ауылы тип иҫәпләй.
Атаһы Гөлсирәнең шәхесен формалаштырыуға һәм ҡыҙының һөнәрен һайлауға хәл иткес йоғонто яһай. Мирза Ғайсаров «Журналист» журналын, башҡа бик күп гәзит-журналдар алдыра. Етенсе класс уҡыусыһы Гөлсирә, йәш хәбәрсе булараҡ, «Артек» пионер лагерына барған. Үтәғол урта мәктәбендә һигеҙ синыфты тамамлағандан һуң, Гөлсирәне 1-се мәктәп-интернатҡа (хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназияһы) уҡырға ебәрәләр. 1974-1979 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡый.
1979-1996 йылдарҙа - «Башҡортостан» республика гәзитенең хеҙмәткәре, бүлек мөдире.
1996-2002 йылдарҙа - «Китап» нәшриәтенең сектор мөдире (Өфө). 2002-2003 йылдарҙа, 2007, 2011 йылдарҙа - «Башҡортостан ҡыҙы» журналының яуаплы секретары.
2003-2007 йылдарҙа - «Ватандаш» айлыҡ ижтимағи-сәйәси, фәнни-популяр һәм нәфис журналы хеҙмәткәре.
Башҡортостан радиоһы менән хеҙмәттәшлек итә һәм «Ашҡаҙар» каналында даими рубрика алып бара.
Э.Хемингуэйҙың «Ҡарт һәм диңгеҙ» («Демиург» нәшриәте, 2001) повесын, 4 томлыҡ «Башҡорт халыҡ сәнғәте» («Демург», 2002) китабын, Иҫке Ғәһеттең «Йәшәйеш» исемле беренсе китабын башҡорт теленә тәржемә иткән.
2000 йылдан Иҫке Ғәһетте боронғо ивриттан башҡорт теленә тәржемә итеү менән шөғөлләнә. Бының өсөн ул бер нисә тапҡыр Голландияға барған, инглиз һәм иврит телдәрен өйрәнгән. Һуңғы өс йылда уға башҡорт һәм рус телдәрендә яҡшы һөйләшкән Финляндиянан боронғо телдәр буйынса белгес Тея Грид ярҙам итә. Яҙыусы Иҫке Ғәһетте 2022 йылда башҡорт телендә нәшер итергә ниәтләй.
Һуңғы йылдарҙа яҙыусы Ейәнсура районының Иҙәш ауылында йәшәй.
Гөлсирә Мирза ҡыҙы Ғиззәтуллина проза жанрында эшләй. 1993 йылда уның уҡыусыларҙың һәм тәнҡитселәрҙең ыңғай баһаһын алған «Өмөт ҡалдыр» тигән тәүге хикәйәләр йыйынтығы донъя күрҙе. Балалар өсөн «Юл япрағы һәм тамсы» повесы, «Йөҙ һәм бер ғүмерем» хикәйәләр йыйынтығы, «Күңел утрауы» китабы яҙыусы Ғ.Ғиззәтуллинаның ижадына уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
«Күңел сафлығы» китабына тормош һәм мөхәббәт хаҡында хикәйәләр һәм шиғри повесть ингән. Гөлсирә Ғизәтуллинаның әҫәрҙәре тәрәнлеге һәм көтөлмәгән яҡтан таныш сюжеттарҙың асылыуы менән айырылып тора. Уның башҡорт яҙыусыһы - сәйәси репрессиялар ҡорбаны Һәҙиә Дәүләтшинаға арналған «Һәҙиә» романы «ЖСК» компанияһы тарафынан раҫланған махсус әҙәби премияға лайыҡ булды.
Гөлсирә Ғиззәтуллина, мөхәррир булараҡ, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов әҫәрҙәренең тулы йыйынтығын баҫмаға әҙерләне. 2006 йылда Гөлсирә Мирза ҡыҙының «Тормош гөлдәрҙә» йыйынтығы баҫылып сыҡты, унда роман, повестар һәм хикәйәләр ингән. Ул йылдың иң уҡымлы китабы тип танылды.
Яҙыусының һәр яңы әҫәрен уҡыусылар һәр ваҡыт ҡыҙыҡһыныу менән ҡаршылай, ҡайһы берҙә уның ижады ҡыҙыҡлы бәхәстәр тыуҙыра. Гөлсирә Ғизәтуллинаның ҡайһы бер әҫәрҙәре рус һәм төрөк телдәренә тәржемә ителгән.
Әҙибәнең хикәйәләре әҙәбиәт һөйөүселәр тарафынан һәр саҡ яратып ҡабул ителә.
Талантлы ҡәләм оҫтаһын күркәм юбилейы уңайынан ихлас күңелдән ҡотлап, артабан да илһамланып ижад итеүен, ныҡлы һаулыҡ, бәхет, һүнмәҫ дәрт-дарман, ҙур уңыштар, яңы үрҙәр һәм еңеүҙәр теләйбеҙ!